Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Ноябрь 2011, 15:38
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы составы билдәләнде
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһының тулы составы билдәләнде.
Көн элгәре конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙың өсөнсө этабы тамамланды, йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре 25 проект тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә конкурс комиссияһы 15 кешене билдәләне, улар йәштәрҙең йәмәғәт парламентында йәштәр мәнфәғәттәрен яҡлаясаҡ.
Республиканың Йәштәр йәмәғәт палатаһына йәмғеһе 35 кеше инә. Палатаның тәүге 20 ағзаһы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы ултырышында октябрь уртаһында билдәләнгәйне. Уларҙың кандидатураһы Башҡортостан Президенты һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан тәҡдим ителде. Киләһе өс аҙна дауамында конкурс комиссияһы палатаның тулы составын конкурс ярҙамында билдәләне. Өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышы ноябрь аҙағына тиклем үтәсәк, тип фаразлана.
Автор:
Людмила Терновая
Теги:
йәштәр сәйәсәте
Читайте нас