Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Ноябрь 2011, 15:34

Рөстәм Хәмитов Малайзияның рәсми делегацияһы менән осрашты

Шишәмбе, 8 ноябрҙә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Малайзияның эшлекле даирәләре вәкилдәре менән осрашты. Малайзияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Зайнол Абидин Омар ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Республика башлығы ҡунаҡтарҙы төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше, Башҡортостандың сәнәғәт потенциалы менән таныштырҙы. Президент, Малайзия делегацияһының июндәге визиты ваҡытында хеҙмәттәшлек тураһында тәүге килешеүгә ҡул ҡуйылды, ә хәҙер реаль эштәр кәрәк, айырыуса ике яҡҡа ла файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн ҙур потенциал булғанда, тип билдәләне.
Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостан менән Малайзия араһындағы тауар әйләнеше ҙур түгел, ул бер миллиард долларҙан ашмай. Был һан күп тапҡыр арттырыуҙы талап итә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, республика инвестициялар һалыу йәһәтенән күркәм төбәк булып тора. Быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса ғына ла 5 млрд долларҙан ашыу инвестициялар килеүе көтөлә. Төбәктә Сауд Ғәрәбстаны, Германия, Япония, Көньяҡ Корея эшҡыуарҙары әүҙем эшләй. Башҡортостан Малайзия менән дә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә әҙер, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. Инвесторҙар эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттарҙы шәхсән үҙем гарантиялайым, тип билдәләне ул. Инвесторҙар өсөн ярайһы ҙур ташламаларҙы күҙаллаған ошо арала ҡул ҡуйылған закон — быға асыҡ миҫал.
Паханг штатының баш министры Аднан бин Хаджи Якоб Башҡортостан Президентына Малайзия делегацияһы менән шәхсән үҙе осрашҡаны өсөн рәхмәтен еткерҙе. Ул төбәктәге сәйәси хәлдәр, илдең иҡтисади үҫеше тураһында һөйләне, сәйәси хәлде тотороҡло тип баһаланы. Баш министр Малайзияның биотехнологиялар өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе менән мөнәсәбәттәрҙе нығытырға теләүен билдәләне, мейе күҙәнәктәрен трансплантациялау буйынса үҙәк ойоштороу тураһында һөйләне. Аднан бин Хаджи Якоб, республикаға визитыбыҙ дауамында артабан хеҙмәттәшлек итеү өлкәләре асыҡланыр, тигән өмөтөн белдерҙе.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: