07:47 (UTC+5), 08 Ноября 2011

Өфөнөң йәш гвардиясылары киң мәғлүмәт сараларының йәмәғәт фекеренә йоғонтоһон тикшерҙе

Евгений Рәхимҡолов
«Сәйәси клуб» проектында ҡатнашыусылар йыйылышында киң мәғлүмәт сараларының йәмәғәт фекеренә йоғонтоһо тикшерелде. Сара Башҡортостандың йәш гвардиясылары тарафынан ойошторолдо. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.
— Осрашыу Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында үтте, - тип комментарий бирҙе ул. – Студенттар алдында Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов, Блогерҙар мәктәбе етәксеһе Евгения Куцуева сығыш яһаны.
Киң мәғлүмәт саралары көн һайын тәҡдим иткән мәғлүмәттән нисек файҙалыһын, кәрәклеһен, ҡыҙыҡлыһын һайлап алырға, нисек алданмаҫҡа – сығыш яһаусылар һәм студенттар бергәләшеп ошо һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Һөҙөмтәлә ҡатнашыусылар, мәғлүмәт яңы, файҙалы һәм сифатлы булырға тейеш, тигән фекергә килде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика