Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Ноябрь 2011, 13:52
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау бюллетене тексын раҫланы
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау бюллетендәренең тексын раҫланы. Был документтарҙы нәшер итеү һайлауға 22 көн ҡалғанға тиклем тамамланырға тейеш, тип хәбәр итә РИА Новости.
— Бюллетень үлсәме 420 миллиметрға 210 миллиметрҙы тәшкил итә, Рәсәй Федерацияһының ун субъектында ул, республиканың милли телен файҙаланып, ике телдә нәшер ителһә, өс төбәктә (Башҡортостан, Ҡалмыҡстан һәм Бүрәт Республикаһында) тулыһынса милли телгә тәржемә ителәсәк, — тип билдәләне РФ Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Николай Конкин.
Һайлауға 22 көн ҡалғанға тиклем бюллетендәр нәшер ителеп, һайлау комиссияларына тапшырылырға тейеш. Сит илдә тауыш биреү өсөн бюллетендәр тексы раҫланғас та нәшер итеүгә ебәрелгән, сөнки 10 ноябрҙә уларҙы артабан таратыу өсөн РФ Сит ил эштәре министрлығына бирергә кәрәк.
Бынан тыш, РФ Үҙәк һайлау комиссияһы шишәмбелә үткән ултырышта сәйәси партиялар араһында телеканалдарҙа һәм радиола бушлай эфир ваҡытын бүлеү графигын да раҫланы.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
һайлау
Читайте нас: