16:51 (UTC+5), 02 Ноябрь 2011

Өфөлә Ленин һәйкәлен асыу тантанаһы үтте

Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин
Бөгөн Өфөлә, Коммунистик һәм Ленин урамдары киҫелешендәге скверҙа, Владимир Ильич Ленин һәйкәлен асыу тантанаһы үтте. Байрам сараһында РФ Коммунистар партияһының Үҙәк комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһындағы коммунистар фракцияһы лидеры Геннадий Зюганов, РФ Коммунистар партияһының республика комитеты беренсе секретары Рифғәт Гарданов, ҡала халҡы ҡатнашты.
Рифғәт Гарданов һәйкәлде тарихи урынына ҡайтарыуға ярҙам итеүҙәре өсөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа һәм Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаевҡа, шулай уҡ һәйкәлде ҡайтарыу инициаторҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Геннадий Зюганов, йыйылғандар алдында сығыш яһап, Владимир Лениндың донъя тарихына индергән өлөшөн билдәләне.
— Беҙ донъяла тәүгеләрҙән булып Ленин етәкселегендә эшселәр һәм крәҫтиәндәр дәүләтен төҙөнөк, фашизмды еңдек, йыһанды яулай алдыҡ, иң яҡшы социаль яҡлау системаһын булдырҙыҡ, – тине Геннадий Зюганов. – Һәйкәлде тергеҙә алыуҙары өсөн өфөлөләргә ныҡ рәхмәтлемен. Был Лениндың 1924 йылда эшселәр аҡсаһына эшләнгән тәүге һәйкәле.
Илдең һәм республиканың төп коммунистары – Геннадий Зюганов һәмн Рифғәт Гарданов оркестр тауышына ҡыҙыл таҫманы киҫте.
Һәйкәл асыу уңайынан Рәсәйҙең халыҡ артисы Василий Овсянников «И вновь продолжается бой» йырын башҡарҙы, халыҡ уны күтәреп алды, артабан «Интернационал» яңғыраны.
Тантананан һуң Геннадий Зюганов ҡала халҡы менән аралашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, элек был урында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡуйылған Ленин һәйкәле торған. Үткән быуаттың 80-сы йылдарында гипстан эшләнгән һәйкәл емерелә башлай һәм Өфөнөң ҡала коммуналь хужалығы заказы буйынса Ленинград оҫталары яһалма мәрмәрҙән уның күсермәһен эшләй. 1987 йылда заказ үтәлә, әммә уның өсөн түләнмәй һәм һәйкәл Ленинградта ҡала. Бер йыл элек Рәсәй сәнғәт академияһы фондтарында уны скульптор Руслан Арсланбаев таба. Ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң ҡаланың мәҙәни ҡомартҡыһы булараҡ һәйкәлде тарихи урынына кире ҡайтарырға ҡарар ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика