08:48 (UTC+5), 01 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов Саҡмағош районы медиктары менән осрашты

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Саҡмағош районына эш сәфәре барышында Үҙәк район дауаханаһы табиптары коллективы менән осрашыу үткәрҙе. Һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау осрашыуҙа ҡаралған мәсьәләләрҙең береһе булды.
Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, быйыл республика буйынса һаулыҡ һаҡлауға йәмғеһе 31 миллиард һум йүнәлтелә, шуларҙың 15 миллиарды модернизацияға китәсәк. Башҡортостанда 15 мең самаһы табип эшләүен иҫәпкә алғанда, һәр береһенә ике миллион һум самаһы тура килә. Президент билдәләүенсә, был артыҡ ҙур сумма түгел, сөнки эш хаҡынан тыш бында һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялауҙы, биналарҙы тәртиптә тотоуҙы, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк. Шулай итеп, табиптарҙың эш хаҡына күп ҡалмай.
— Юғары категориялағы табиптың 20 мең, бик йыш унан да кәмерәк эш хаҡы алыуы оят, — тине Рөстәм Хәмитов. – Нимәлер алыр өсөн, бик күп хеҙмәткәрҙәр бер ярым-ике ставкаға эшләргә мәжбүр. Әле алып барылған һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу табиптарға хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы ла күҙ уңында тота. Әммә, асыҡланыуынса, быны барыһы ла тоймаған әле. Эш шунда: хеҙмәт хаҡын модернизацияла ҡатнашҡан табиптарға ғына арттыралар, ҡалғандар элекке ставкалар буйынса эш хаҡы ала.
Табиптар республика Президентына әлеге ваҡытта районда медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәүе хаҡында хәбәр итте. Район дауаханаһы табиптар менән яҡынса 70 процентҡа тәьмин ителгән.
Дауахананың баш табибы әйтеүенсә, гинекологтар һәм реаниматологтар кәрәк, торлаҡ менән проблемалар булмаһа ла, йәштәр ауылға ҡайтырға теләмәй. Районға ҡайтҡан табиптарҙың барыһына ла бында торлаҡ бирелә, хатта буш торған фатирҙар ҙа бар.
Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповтың әйтеүенсә, кәрәк булһа, район етәкселеге белгестәр өсөн торлаҡ һатып алырға әҙер.
Осрашыуҙа дауахананың техник торошо мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Бина 1973 йылда төҙөлгән һәм тәүлегенә 250 пациент ҡабул итеүгә иҫәпләнгән булған. Әммә табиптар хәҙер ошо майҙанда көнөнә меңгә яҡын кешене ҡабул итергә мәжбүр.
Поликлиника өсөн яңы бина төҙөү мәсьәләһе лә киҫкен тора. Мәсьәләне хәл итеү өсөн 155 миллион һум талап ителә. Уны ике йыл эсендә табырға кәрәк. Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, был һорау мотлаҡ ҡараласаҡ, һәм төҙөлөш өсөн средстволар бүлеп булыр, моғайын.
Рөстәм Хәмитов табиптар менән медицина препараттары менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә ҡараны. Медиктар әйтеүенсә, дарыуҙар урынына аҡса алыуҙары арҡаһында пенсионерҙарҙың сәләмәтлеге ҡаҡшаған, улар йыш ауырый башлаған, кәрәкле дарыуҙы алмайҙар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика