Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.33
-0.29
92.73
-0.71
62.51
+0.52
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Ноябрь 2011, 18:08

Рөстәм Хәмитов Дүртөйлөләге аҙыҡ-түлек магазинын илһөйәрлек сифаттарына тикшерҙе

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө ҡалаһындағы аҙыҡ-түлек магазинына ревизия үткәрҙе. Уны иң элек магазин кәштәләрендәге аҙыҡ-түлектең ҡайҙа етештерелеүе ҡыҙыҡһындырҙы.
Асыҡланыуынса, икмәк-ҡалас продукцияһы башлыса республикала – Дүртөйлө һәм Нефтекамала етештерелгән. Һөт тә Башҡортостан етештереүселәренеке – Илеш районынан һәм Дәүләкәндән килтерелгән.
Ә бына кефир айырым осраҡтарҙа Һамарҙан, бройлерҙар, Турбаслыныҡылар менән бер рәттән, Силәбе өлкәһенән, колбаса өлөшләтә Мордовиянан һәм Татарстандан ҡайтарыла икән.
Рөстәм Хәмитовтың билдәләүенсә, үкенескә күрә, магазинда «Үҙебеҙҙекен – республиканыҡын һатып ал» тигән плакаттар юҡ. Улар республикала барған ошондай уҡ исемле акция дауамында бөтә магазиндарҙа ла эленә.
Автор: Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас