10:35 (UTC+5), 28 Октябрь 2011

Рөстәм Хәмитов Баҡыла II төрки телле илдәр медиа-форумы ҡатнашыусыларын сәләмләне

Әлим Фәйезов
28 октябрҙә Әзербайжандың баш ҡалаһы Баҡыла «Глобалләшә барған донъяла төрки телле медиа факторы: айырмалар һәм уртаҡ мәнфәғәттәр» II төрки телле илдәр медиа-форумы үҙ эшен башланы. Унда донъяның төрки телле илдәренән һәм төбәктәренән 300-гә яҡын делегат һәм ҡунаҡ ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы исеменән Башҡортостан, Татарстан, Саха-Якутия, Хакасия, Тыва, Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкесия сығыш яһай.
Башҡортостан исеменән медиа-форумда республиканың РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Шамил Тикеев һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров сығыш яһай. А.Шакиров форумда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.
– Бөгөнгө медиа-киңлек – ул йәмғиәттә булған идеялар, рухи-мәҙәни ҡиммәттәр, ҡаҙаныштар һәм проблемалар сағылышы. Сит ил тормошо хаҡында беҙ киң мәғлүмәт сараларынан беләбеҙ. Һеҙ ҙә беҙҙең хаҡта гәзит, телевидение, радио аша беләһегеҙ. Һеҙҙең бөгөнгө ролегеҙ мәҙәниәттәр диалогын ойоштороу кимәленә сығып ҡала. Һеҙ дәүләттәрҙе һәм халыҡтарҙы берләштерәһегеҙ, тығыҙ бәйләнештәр булдырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙыраһығыҙ. Кешеләр бер-береһенең тормошо хаҡында белһен өсөн, бөгөнгө ауыр ваҡытта уртаҡ рухи «таяныстар» тапһын өсөн барыһын да эшләйһегеҙ, - тиелә Башҡортостан Президентының сәләмләү хатында.
Республика башлығы «төрки телле киң мәғлүмәт сараларының был осрашыуы үткәрелһен өсөн» күп көс һалған ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.
Рөстәм Хәмитов форумда ҡатнашыусыларға әүҙем һәм һөҙөмтәле эш, перспективалы һәм ҡыҙыҡлы проекттар, яңы идеялар, сәләмәтлек, именлек һәм уңыштар теләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика