18:51 (UTC+5), 28 Октября 2011

Башҡортостан удмурттарының төп ойошмаһы рәйесе итеп ҡайтанан Ренат Ғәләмшин һайланды

Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында Башҡортостан удмурттарының IV конференцияһы эшен тамамланы. Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге рәйесе итеп ҡайтанан Ренат Ғәләмшин һайланды. Шулай уҡ 29 делегаттан торған үҙәк Советы һәм 3 кешенән торған Ревизия комиссияһы һайланды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Яңы Тәтешле» удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Ксения Милиятова хәбәр итте.
— Конференция бик йөкмәткеле булды, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ксения Милиятова. – Унда ҡатнашыусылар милли мәҙәниәтте һәм удмурттар тарихын һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү мөһимлеген күрһәтте. Бөгөн тәҡдим ителгән башланғыстар яҡын арала тормошҡа ашырылыр, тип ышанам.
Конференция сиктәрендә унда ҡатнашыусылар «Яңы Тәтешле» тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды. Форумды үҙешмәкәр художестволы коллективтар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары тамамланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика