05:12 (UTC+5), 27 Октября 2011

Рөстәм Хәмитов Сауд Ғәрәбстанының тәхеткә ултырырға тейешле принцы үлеп ҡалыу сәбәпле матәм тантанаһында ҡатнашты

«Башинформ»
26 октябрҙә Сауд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы Эр-Риядта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡушыуы буйынса Рәсәйҙең рәсми вәкиле булараҡ Сауд Ғәрәбстаны Короллегенең тәхеткә ултырырға тейешле принцы, Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары, оборона һәм авиация министры, Ҡораллы көстәренең Генераль инспекторы Солтан бен Абдель Азиз Аль-Сауд үлеп ҡалыу сәбәпле ҡайғы уртаҡлашыу матәм тантанаһында ҡатнашты.
Башҡортостан Президентын принц Наиф бен Абдель Азиз Аль Сауд ҡаршы алды. Рөстәм Хәмитов Король ғаиләһе ағзаларының, Короллектә йәшәүселәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты һәм мәрхүмдең Сауд Ғәрәбстанын нығытыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән көслө лидер һәм билдәле сәйәсмән булыуын билдәләне.
— Был ҡайғылы юғалтыу сәбәпле һеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һәм Сауд Ғәрәбстаны халҡының ҡайғыһын уртаҡлашам, - тине Башҡортостан Президенты Король ғаиләһе ағзалары менән осрашыуҙа.
Наиф бен Абдель Азиз Аль Сауд үҙ сиратында Сауд Ғәрәбстанының Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтерергә һәм нығытырғы йыйынғанын белдерҙе, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте. Әйткәндәй, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов нәҡ Башҡортостандан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика