11:40 (UTC+5), 27 Октября 2011

Константин Толкачев: «Ветерандар – халыҡтың иң әүҙем, тәртипле һәм битараф булмаған өлөшө»

Марина Шумилова
Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшөн тәшкил иткән ветерандар халыҡтың иң әүҙем, тәртипле һәм битараф булмаған өлөшө булып тора, тип билдәләне Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республика Ветерандар советының II пленумында сығыш яһап.
– Һеҙ һәр ваҡыт беҙгә терәк булдығыҙ һәм булып ҡалаһығыҙ, - тип билдәләне ул. – Һеҙҙең арҡала ирекле илдә йәшәйбеҙ, һеҙҙең быуын геройҙары өлгөһөндә тәрбиәләнгәнбеҙ. Һеҙ йәмғиәтебеҙҙең нигеҙе булып тораһығыҙ, ә һайлауҙарҙа күрһәтелгән әүҙемлек илдең киләсәген тиерлек билдәләй.
Республика парламенты спикеры үҙенең докладында донъя иҡтисадындағы хәлде анализланы, ил һәм республика етәкселегенең ветерандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса пландары менән таныштырҙы. Сара аҙағында Константин Толкачев пленумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика