06:03 (UTC+5), 27 Октября 2011

Өфөлә сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу сараһы үткәрелә

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә сәйәси репрессиялар ҡорбандары хөрмәтләп иҫкә алынасаҡ. Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 30 октябрҙә, Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә, Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙағы һәйкәлгә сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк.
Шулай уҡ ҡала хакимиәте менән сәйәси репрессияларҙан зыян күргәндәргә, шулай уҡ аҡланғандарға ярҙам итеү акцияһы ла ойошторола. Уларҙың барыһына ла бүләктәр тапшырыласаҡ.
Хәтер көнө 1991 йылда булдырылған һәм шунан башлап йыл һайын билдәләнә. Был - 1930-сы йылдарҙа башланған һәм 1937-38 йылдарҙа айырыуса ҙур күләм алған сәйәси репрессиялар ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә алыу көнө. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, бер Башҡортостанда ғына 50 меңдән ашыу кеше репрессияланған. Өфөлә әлеге ваҡытта сәйәси репрессияларҙан зыян күргән өс меңләп кеше йәшәй.
Рәсәй Генераль прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, «Сәйәси репрессиялар ҡорбандарын реабилитациялау тураһында»ғы закон ғәмәлгә индерелгәндән алып 900 меңдән ашыу кешегә ҡарата асылған 636 меңдән ашыу енәйәт эше ҡабаттан ҡаралған. Һөҙөмтәлә шуларҙың 637 меңе аҡланған. Улар араһында билдәле ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, дини лидерҙар ҙа бар. Мәҫәлән, Мәскәү һәм бөтә Рәсәй Патриархы Тихон, артист яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев һәм башҡалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика