05:47 (UTC+5), 24 Октября 2011

Рөстәм Хәмитов Өфөлә күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәре йыйылышында ҡатнашты

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йома көндө Өфөнөң Киров районы Яңы күпер урамында 7-се йорттоң торлаҡ милекселәре йыйылышында ҡатнашты. Йортта йәшәүселәр 10 кешенән торған йорт советын һәм совет рәйесен һайланы.
— Беҙ республикала Рәсәй Федерацияһында беренселәрҙән булып «Күп фатирлы йорттарҙа советтар булдырыу» тип аталған ҡыҙыҡлы акция башлайбыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Йорттарҙа, подъездарҙа тәртип булмауы, ул йорттарҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмалар, идара итеүсе компаниялар менән проблемелар килеп сығыуы хаҡында беҙ күп һөйләйбеҙ. Урлашыуҙың, мутлыҡтың күп булыуы хаҡында әйтәбеҙ. Проблемалар был ҙур хужалыҡтарға контроллек итеүҙе тәьмин итә алмау сәбәпле килеп сыға. Һәм, минеңсә, был эште халыҡһыҙ ойоштороп булмай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, чиновниктар, контроллек итеүсе органдар был эште башҡара алмай. Тимәк, халыҡты йәлеп итергә кәрәк. Ҡануниәт, РФ Торлаҡ кодексы, Рәсәйҙең башҡа ҡанундары ла һәр күп фатирлы йортта советтар булдырыу мөмкинлеген бирә, совет хоҡуҡтарын республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов һеҙгә аңлатты инде. Йортоғоҙ менән нисек тә бәйле булған ойошмалар эшмәкәрлеген һәр ваҡыт контролдә тоторға кәрәк. Республикала йәмғеһе 16 мең күп фатирлы йорт бар, һәм бындай совет һәр йортта ла булырға тейеш.
Мөмкинлек менән файҙаланып, йортта йәшәүселәр совет һайлағандан һуң республика Президенты менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Йәшелләндереү, подъездарға ремонт үткәреү, ҡаланың тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалыу хаҡында күп һорауҙар булды. Шулай уҡ халыҡты Өфөлә күҙәтелгән транспорт хәрәкәте менән бәйле буталсылыҡ та борсой. Автомобиль хужалары йыш ҡына машиналарын газондарға ҡуя, транспорт хәрәкәтен көйләү маҡсатында юлдарҙы киңәйтеү ҙә тейешле һөҙөмтәләргә килтермәй.
Рөстәм Хәмитов транспорт менән бәйле проблемаларҙың Өфөлә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында, сит илдә лә булыуын билдәләне.
— Бөгөн ҡалаларыбыҙҙың торошо ауыр, - тип иҫәпләй республика Президенты. – Улар шул сама халыҡҡа һәм шул сама автомобилдәргә ҡулайлаштырылмаған. Автомобилдәр күбәйә. Һәр фатирҙа тиерлек берәр машина бар. Был, әлбиттә, заман талаптары. Һәм беҙ урамдарҙы киңәйтергә мәжбүр булдыҡ.
Юлдар киңәйтелмәһә, Рөстәм Хәмитов фекеренсә, ҡалала хәрәкәт быйыл булмаһа, киләһе йылға туҡтап ҡалыр ине.
Дөйөм алғанда, төбәк башлығы фекеренсә, йәшәү өсөн Өфө насар ҡала түгел. Башҡортостандың баш ҡалаһы осраҡлы ғына Рәсәйҙең 100 иң яҡшы ҡалалары иҫәбенә инмәгән. Ҡалаға баһа биргәндә 25 критерий, шул иҫәптән ҡаланың йәшәү сифаты һәм уңайлылығы, йәшелләндереү кимәле, транспорт хәрәкәте мөмкинлектәре иҫәпкә алынған. Алтынсы урын – лайыҡлы позиция.
Әлбиттә, ҡаланы йәшәү өсөн уңайлы итеү – тәү сиратта муниципалитет бурысы. Һәм, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәре буйынса, ул Өфө властарынан ҡала парктарының төҙөк булыуын, велосипед юлдарын булдырыуҙы талап итәсәк.
— Рейтингта күтәрелергә кәрәк, - тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов. – Беренсе урынға етеү маҡсатына ирешергә тейешбеҙ.
Күп фатирлы йорт халҡы менән осрашыу аҙағында республика Президенты бөгөн йорт советын һайлап, уларҙың билдәле хоҡуҡтарға эйә булыуын билдәләне, ул хоҡуҡтар совет ағзаһы танытмалары менән нығытыласаҡ.
— Хәҙер һеҙ үҙ йортоғоҙҙа, йорт алды биләмәләрендә тәртип булдыра алаһығыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов. – Бының өсөн һеҙгә район башлығы ла, мэр ҙа, президент та кәрәкмәйәсәк. Һеҙҙә йорт советы, совет ағзалары бар. Хоҡуҡтарығыҙ ҡануниәт менән яҡланған.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика