07:42 (UTC+5), 24 Октября 2011

Рөстәм Хәмитов «Беҙҙең заман геройы» телефестивале конкурсанттарын наградлау тантанаһында ҡатнашты

«Башинформ»
22 ноябрҙә Конгресс-холда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Беҙҙең заман геройы» социаль әһәмиәтле телетапшырыуҙар һәм телефильмдар фестивале сиктәрендә «Замандаш экранда» ижади конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Шулай уҡ фестивалде ябыу тантанаһында конкурста ҡатнашыусыларҙы Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы Президенты Эдуард Сагалаев ҡотланы, тип хәбәр итте республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
— Әлеге ауыр ваҡытта ла арабыҙҙа үҙенсәлелеге менән айырылып торған кешеләрҙең булыуы ҡыуандыра, - тине Рөстәм Хәмитов. – Улар, бәлки, башҡараҡтыр. Бөгөнгө ҡағиҙәләргә тап килмәйҙәрҙер ҙә, әммә улар үҙҙәренең тормоштағы әхлаҡи талаптарына, өҫтөнлөктәренә ярашлы йәшәй. Бындай кешеләр бар, һәм уларҙы эҙләп тапҡандары өсөн телевидение хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Эҙләп табыу ғына түгел, улар тураһында фильмдар төшөрә, дөрөҫ, ғәҙел һүҙҙәрен еткерә, уларҙан ысынында ла герой яһай. Улар беҙҙең заман геройҙары булып тора, әммә телевидение уларҙы күреп белергә мөмкинлек бирә.
Республика башлығы «бындай фестивалде ойоштороусы, меркантилизм, аҡса артынан ҡыуыу хас булған ауыр осорҙа ла бындай оло эште алып барыусы, Өфөгә килеп беҙгә ысын мәғәнәһендә ғәҙеллек дәрестәрен биреүсе кешеләрҙең барыһына ла» рәхмәтен белдерҙе.
«Беҙҙең заман геройы» бөтә Рәсәй фестивале Өфөлә тәүгә үткәрелде. Уны ойоштороусылар булып Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте сығыш яһаны. Өс көн дауамында, 20-22 октябрҙә, Рәсәй телевидениеһы һәм киноһы хеҙмәткәрҙәренең оҫталыҡ кластары үтте, һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Быйыл конкурсҡа йәмғеһе 130-ҙан ашыу эш ҡабул ителгән.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика