18:08 (UTC+5), 21 Октября 2011

Йәштәр палатаһы яңыртылған составта эш башланы

Людмила Терновая
Башҡортостан парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы составын раҫланы.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы 2007 йылда ойошторолған, уның составына 35 кеше инә. Шуларҙың унауһы — республика Президенты күрһәтмәһе менән, йәнә 10 кеше — БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы тәҡдиме буйынса, 15 кеше йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре иҫәбенән ҡуйыла. Йәштәр палатаһы составы ике йылға бер тапҡыр яңыртыла.
Парламенттың 20 октябрҙә үткән пленар ултырышында Башҡортостан Президенты һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән күрһәтелгән кандидатуралар раҫланды.
«Башинформ» агентлығына Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленконың хәбәр итеүенсә, раҫланған 20 кандидатураның 11-е – Палата өсөн яңы кешеләр.
— Йәштәр йәмәғәт палатаһы яңыртылған составта эш башланы, — тип билдәләне Николай Самойленко. – Көн элгәре һайланған яңы ағзалар әлегә аҙ билдәле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһы ла үҙенең өлкәһендә билдәле уңыштарға өлгәшкән, үҙҙәренең эшләнмәләре бар. Уларҙың күбеһе – Өфө вәкилдәре. Палата составына шулай уҡ Нефтекама, Салауат һәм Сибай йәштәре лә ингән.
Яҡын арала ғәмәлгә ашырыласаҡ киләһе этап – Йәштәр йәмәғәт палатаһының тулы составын формалаштырыу. Палатаның ҡалған 15 ағзаһы палата составына конкурс һайлауы һөҙөмтәләре буйынса индереләсәк. Әлеге ваҡытта Йәштәр йәмәғәт палатаһы составында үҙенең вәкилдәрен күрергә теләгән йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмаларынан ғаризалар ҡабул ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика