12:22 (UTC+5), 21 Октября 2011

Башҡортостан халҡы республикалағы милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай

Марина Шумилова
Башҡортостан халҡының күп өлөшө (яҡынса 80%), Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы үткәргән социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, республикалағы милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай.
Ошоно уҡ Башҡортостандың башҡа социологик үҙәктәренең тикшеренеү һөҙөмтәләре иҫбатлай. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Социаль-сәйәси һәм хоҡуҡи тикшеренеүҙәр институты тарафынан 2010 йылдың сентябре - 2011 йылдың апрелендә үткәрелгән социологик һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, унда ҡатнашыусыларҙың 61,5 проценты республикала милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшы тип иҫәпләй, ә 27,7 проценты уларҙы «яҡшы ла түгел, насар ҙа түгел» тип баһалай. Республикала йәшәүсе бишәүҙең дүртәүһе (81,1%) һуңғы йыл эсендә милләт буйынса ниндәй ҙә булһа дискриминация формаһына тап булғаны юҡ.
Өфөнөң «Симакс» йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге тарафынан 2011 йылдың авгусында төҙөлгән Башҡортостандың баш ҡалаһы кешеләрен борсоған мәсьәләләр рейтингыһында милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе бик һирәк телгә алына, социаль-иҡтисади һәм шәхси хәүефһеҙлек мәсьәләләре унан күпкә алда килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика