10:19 (UTC+5), 20 Октября 2011

Ҡырмыҫҡалы районында Башҡортостан имамдары йыйылышты

Ҡырмыҫҡалы районы мәсетендә Ауырғазы, Әлшәй, Шишмә, Дәүләкән һәм Ҡырмыҫҡалы имамдары йыйылышты. Осрашыуҙа район хакимиәте һәм Рәсәй ислам университеты вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Ҡырмыҫҡалы районының мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
— Әхлаҡи ҡиммәттәрҙе яҡлау, граждандарҙы ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, халыҡтарҙың конфессия-ара татыулығын һәм дуҫлығын нығытыу, ғаилә традицияларын яҡлау – быларҙың барыһы ла дини ойошмалар өсөн беренсе урында торорға тейеш, - тип белдерҙе Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ильмира Ғәлиәхмәтова. – Бөгөнгө көндә алкоголизм, суицид, наркомания кеүек кире күренештәр йышыраҡ осрай. Был афәт менән көрәшер өсөн, көстәрҙе тупларға кәрәк. Районыбыҙҙа дин эшмәкәрҙәренең әүҙем булыуы ҡыуандыра.
Руханиҙар хажға барыу, дини белемде үҫтереү, экстремизмға ҡаршы көрәшеү мәсьәләләрен тикшерҙе һәм Башҡортостанда, Рәсәйҙә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу кәрәклеген билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика