06:18 (UTC+5), 20 Октябрь 2011

Константин Толкачев: «Власть асыҡлығы принцибына таянып эш итәбеҙ»

Людмила Терновая
19 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесенең республиканың ижтимағи-сәйәси баҫмалары етәкселәре менән осрашыуы үтте. Сарала «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов, «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эльза Хорева, «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов ҡатнашты. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Сараны асып, парламент спикеры Константин Толкачев бындай сараларҙы йышыраҡ үткәреү кәрәклеген билдәләне.
— Артабан үҙ-ара килешеп эш итеү юлдарын тикшерергә, һеҙҙән тәҡдимдәр ишетергә теләр инек, - тине Константин Толкачев. - Әлеге ваҡытта закон проекттары буйынса ла, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты, блог һәм башҡа мәғлүмәт саралары аша халыҡтан килгән һорауҙар буйынса ла парламентта әүҙем эш алып барыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек осраҡта халыҡ үҙ хоҡуҡтарын белмәй һәм уларҙы яҡлай ҙа алмай. Был аңлатыу эшен бергә алып барырға тейешбеҙ.
Осрашыуҙа яҡтар парламент эшмәкәрлеген яҡтыртыу буйынса башҡараһы эштәр хаҡында фекер алышты, уның эшмәкәрлеге тәү сиратта уҡыусыға ҡыҙыҡ булырға тейеш. Спикер социаль йәһәттән мөһим закондарҙы халыҡҡа тиҙ арала еткереү кәрәклеге хаҡында әйтте.
— Һәр баҫма уҡыусыларына, гәзит концепцияһына, редакция алып барған сәйәсәткә ҡарап үҙ эшен ҡорорға тейеш, - тине Константин Толкачев. – Публикациялар уҡыусыға йүнәлтелгән булырға тейеш. Беҙ власть асыҡлығы принцибына таянып эшләйбеҙ. Беҙҙең эшмәкәрлеккә ҡағылышлы бөтә һорауҙарға ла аңлатмалар һәм комментарийҙар бирергә әҙербеҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика