15:38 (UTC+5), 19 Октября 2011

Благовещенда партия проекты сиктәрендә ишек алдарына ремонт үткәреү тамамлана

Благовещенда ишек алдарын төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эш төркөмөнөң сираттағы күсмә ултырышы үтте. Был йүнәлештәге эш «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» партия проекты менән бер юлы алып барыла, тип хәбәр итә ER.RU.
Благовещенда ихаталарҙа ремонт эштәре аҙағына яҡынлаша - «УфаТрансСтрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһы менән эштәрҙең 95 проценты башҡарылған: йәйәүлеләр һәм йорт алды юлдарына, кер элеү һәм машиналар ҡуйыу урындарына асфальт түшәлгән. Һигеҙ йорт төҙөкләндерелгән, туғыҙынсыһында эштәр дауам итә.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Фазылов йорт алды биләмәләрен артабан төҙөкләндереү буйынса пландар менән уртаҡлашты. Урындағы бюджеттан өҫтәмә аҡса бүлеү арҡаһында ихаталарҙы йәшелләндереү һәм яҡтыртыу буйынса эштәр башҡарыласаҡ, ә уларҙың береһендә балалар өсөн майҙансыҡ та төҙөргә планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика