11:40 (UTC+5), 18 Октября 2011

Раил Әсәҙуллин: «Башҡортостандағы праймеризда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла берҙәм командаға әүерелде»

Марина Шумилова
18 октябрҙә Өфөлә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк Координация советы ултырышында алдан тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советының рәхмәт хаттары тапшырылды.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары урынбаҫары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, Башҡортостандағы праймеризда 123 кеше ҡатнашҡан, уларҙың барыһы ла берҙәм командаға әүерелгән. Ҡатнашыусылар Халыҡ программаһына тос өлөш индергән.
— Һеҙ барығыҙ ҙа үҙегеҙҙе республика, тоташ ил киләсәге өсөн янған кеше булараҡ таныттығыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Раил Әсәҙуллин. – Праймеризда әйтеп ишеттерелгән барлыҡ тәҡдимдәрегеҙ ҙә Халыҡ программаһында иҫәпкә алынасаҡ. Партияның төбәк сәйәси советы алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһын да Башҡортостандың, шулай уҡ муниципалитеттарҙың һайланған органдарының кадрҙар резервына, дәүләт власының башҡарма органдарына индерергә тәҡдим итте. Бөгөн беҙ күмәкләп аралашыуҙың яңы төрҙәрен табырға һәм праймеризда тәҡдим ителгән идеяларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға тейешбеҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика