06:25 (UTC+5), 18 Октябрь 2011

Польша илсеһе Войцех Зайончковский: «Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциалы бар»

Людмила Терновая | фото: Андрей Старостин
Өфөгә эшлекле визит менән Польша Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Войцех Зайончковский етәкселегендәге Польша делегацияһы килде. Ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт университетында булды, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе менән осрашты, республиканың Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге эше менән танышты.
— Башҡортостандың баш ҡалаһынан ҡалған тәьҫораттар тик ыңғай ғына, - тип билдәләне Польша Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында. – Һеҙҙең республикала 20 йыл тирәһе элек булғайным, был ваҡыт эсендә Өфө үҙгәргән. Төбәктең халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур потенциалы булыуы асыҡ күренә.
Войцех Зайончковский Польшаның иҡтисадта, ауыл хужалығында, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, торлаҡ хужалыҡта эшлекле мөнәсәбәттәр булдырырға теләүе хаҡында һөйләне. Мәғариф өлкәһенең дә, илсе фекеренсә, хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн ҙур перспективалары бар.
Польша Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Войцех Зайончковский Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Яңырыу» үҙәге 1997 йылда булдырылған.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика