08:20 (UTC+5), 18 Октябрь 2011

Ҡалтасыла Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте

Тимур Рәхмәтуллин
2011 йылдың хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу кампанияһы сиктәрендә Ҡалтасы ауылында Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте.
Был көндө егеттәр 4 төр күнекмә буйынса нормативтар тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Спорт ярыштарында еңеүселәр район хакимиәтенең Физик культура һәм спорт комитеты грамоталары менән бүләкләнде. Хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың һәр береһенә йәш һалдат өсөн кәрәкле әйберҙәр тапшырылды.
Район хакимиәте, Башҡортостандың Яңауыл ҡалаһы, Яңауыл һәм Ҡалтасы райондары буйынса Хәрби комиссариаты бүлеге вәкилдәре һәм хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар хеҙмәткә саҡырылыусыларға матур теләктәрен теләп ҡалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл көҙ Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә хеҙмәткә Ҡалтасы районынан 50 кеше ебәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика