12:20 (UTC+5), 17 Октября 2011

Игорь Левитин Өфөлә Башҡортостандың транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин
Башҡортостандың транспорт инфраструктураһын үҫтереү һәм транспорт хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса республика Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Федерацияһының траспорт министры Игорь Левитин етәкселегендәге кәңәшмә Өфөнөң Конгресс-холында үтте. Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов төбәктә транспорт тармағы үҫешенең мөһим йүнәлештәрен билдәләне.
Өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә республика Президенты автомобиль, һыу һәм авиация тарнспорты объекттарын билдәләне. Атап әйткәндә, был М-5 һәм М-7 трассаларын тоташтырған, Өфө аша үткән транспорт коридорын төҙөү. Бөгөн Игорь Левитин ҡатнашлығында әлеге проект составындағы объектарҙың береһе - Өфөлә Затон биҫтәһенең магистраль автомобиль юлының беренсе участкаһын асыу тантанаһы үтте.
Киләһе проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль үҙәк ярҙамы кәрәк буласаҡ – ул «Европа — Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт коридоры составындағы Татарстан сигенән алып Башҡортостан биләмәһе буйлап үткән түләүле участка төҙөү.
— Республика кимәлендәге юлдарҙы ремонтлауға һуңғы йылдарҙа тейешле күләмдәрҙең 15 проценты ғына һалына, - тип билдәләне республика башлығы. – Нормативтарға сығыу өсөн, автомобиль юлдарын төҙөк хәлдә тотоу өсөн беҙгә йылына алты миллиард һум, ә ремонт өсөн 22 миллиард һум самаһы кәрәк. 2012 йылда юлдарҙы төҙөк хәлдә тотоуға нормативтың 50 процентын йүнәлтәсәкбеҙ – был да насар һан түгел.
Һыу транспортына килгәндә, Президент киләсәктә Ағиҙел ҡалаһында йылға портын төҙөү хаҡында әйтте.
— Авиация ярҙамында пассажирҙар ташыу күләмдәрен арттырырға планлаштырабыҙ, - тип дауам итте Рөстәм Хәмитов. - «Өфө» халыҡ-ара аэропорты Рәсәйҙең ун иң эре аэропорты иҫәбенә инә.
Республика Президенты һүҙҙәренсә, Өфө авиация үҙәген үҫтереү перспективалары ҙур ғына. Шул уҡ ваҡытта федераль үҙәктең ярҙамы кәрәк.
Игорь Левитин өҫтөнлөклө проекттарҙың транспорт объекттарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар менән бер рәттән илдең транспорт системаһын үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программаға индереләсәге хаҡында әйтте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика