17:26 (UTC+5), 13 Октября 2011

Башҡортостан парламентарийҙары Йәштәр йәмәғәт палатаһы составын яңырта

Людмила Терновая
Башҡортостан парламентарийҙары БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың киләһе ултырышында Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы өсөнсө саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһы составына кандидатураларҙы ҡараясаҡ. Республика парламенты президиумы 13 октябрҙәге ултырышында ошо хаҡта ҡарар ҡабул итте.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы 2007 йылда ойошторолған, уның составына 35 кеше инә. Шуларҙың унауһы — республика Президенты күрһәтмәһе менән, 10 кеше — БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы тәҡдиме буйынса, 15 кеше йәштәр һәм балалар йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре иҫәбенән ҡуйыла. Йәштәр палатаһы составы ике йылға бер тапҡыр яңыртыла.
Парламенттың 20 октябргә билдәләнгән пленар ултырышында Башҡортостан Президенты һәм БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән күрһәтелгән кандидатуралар раҫланасаҡ. Бынан һуң раҫланған кандидаттар яҡын арала Йәштәр йәмәғәт палатаһының тулы составын формалаштырырға бурыслы. Рәйес Палатаның беренсе ултырышында һайлана, ул Палата формалашҡан көндән алып бер ай эсендә үтергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы консультатив һәм кәңәшмә органы булып тора, ул йәштәр хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен закондар сығарыу кимәлендә көйләү, йәштәр проблемаларын хәл итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү өлкәһендә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған һәм үҙенең эшмәкәрлеген йәмәғәт башланғыстарында тормошҡа ашыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика