Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Октябрь 2011, 13:47
Октябрьскийҙа «Изге эштәр эшләйем» акцияһы үтә
Октябрьскийҙа «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның 15 сентябрҙә башланған «Изге эштәр эшләйем» акцияһы үтә. Йәш гвардиясылар 30-ҙан ашыу оло йәштәге кешегә һәм яңғыҙ йәшәгән кешегә өй эсен, йорт тирәһен йыйыштырыуҙа ярҙам күрһәткән.
Изге эштәр исемлегендә балаларға ла ярҙам күрһәтеү бар. «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» акцияһын дауам итеп, ҡалала ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн канцелярия тауарҙарын, кейем йыйыу дауам итә. Октябрьскийҙың йәш гвардиясылары мохтаждарға ярҙам күрһәтеү буйынса тағы ла күп кенә саралар үткәрергә планлаштыра. Уларға барлыҡ теләүселәр ҙә ҡушыла ала.
Автор:
Марина Шумилова
Теги:
мәрхәмәтлек
акциялар
йәмәғәт ойошмалары
Читайте нас: