11:16 (UTC+5), 12 Октября 2011

БР-ҙағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбе Башҡортостан вуздарында филиалдарын аса

Марина Шумилова
Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбе республиканың алдынғы вуздарында үҙенең филиалдарын аса.
— Ошо һәм киләһе аҙнала биш вузда — Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында, Башҡорт дәүләт медицина университетында, Өфө дәүләт авиация техник университетында Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбенең филиалдары эшләй башлай, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР-ҙағы Рәсәй сәйәсәте мәктәбе дирекцияһы етәксеһе, Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы директоры Рөстәм Әхмәҙинуров. – Унда үҙҙәренең социаль проекттары булған, ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынған өлкән курс студенттары уҡыясаҡ. Лекциялар менән билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, парламентарийҙар, федераль һәм төбәк кимәлендәге министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.
Сентябрь аҙағында Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалы һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы студенттары өсөн беренсе лекцияны Рәсәй Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленок уҡыны. Бөгөн, 12 октябрҙә, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында Башҡортостан Республикаһында социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәре тураһындағы лекция менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов сығыш яһаясаҡ. Иртәгә, 13 октябрҙә, Башҡорт дәүләт медицина университетында БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин лекция һөйләргә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика