10:06 (UTC+5), 12 Октября 2011

Башҡортостан һәм Саха (Яҡут) Республикаһы хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште

Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
10 октябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Саха (Яҡут) Республикаһының рәсми делегацияһы менән осрашыуы барышында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль-мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм Саха (Яҡут) Респубикаһының вице-президенты Дмитрий Глушко ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Президенты, беҙҙең республикаларҙы элек-электән дуҫтарса, эшлекле һәм иҡтисади мөнәсәбәттәр бәйләй, тип билдәләне. Әлеге документ социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлеккә яңы импульс бирәсәк.
Рөстәм Хәмитов иҡтисадтың нефть-газ һәм мшиналар эшләү кеүек ике төп тармағы хаҡында һөйләне. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, Рәсәй нефтенең һәр һигеҙенсе тоннаһы республикала эшкәртелә. «Башнефть» предприятиеһы тулы ҡеүәтенә эшләй һәм ыңғай динамика күрһәтә. Химия сәнәғәтендә лә Башҡортостан алдынғы урында.
Рөстәм Хәмитов рәсми делегация ағзаларын машиналар эшләү тармағы ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, һалым йыйымдарының дөйөм күләме хаҡында әйтеп китте.
— Беҙҙең маҡсат — производство күләмдәрен арттыра барыу, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.
Осрашыуҙа аграр тематика ла ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов быйыл игенселәрҙең мул уңыш алыуҙарын, шулай уҡ тармаҡ алдында йыл һайын 3-3,5 миллион тонна иген йыйыу бурысы тороуын билдәләне.
Ике республика делегацияларының осрашыуында этилен етештереүгә бәйле ҙур инвестицион проекттар, Русгидро менән Роснаноның берлектәге проекттары хаҡында ла һүҙ алып барылды.
Осрашыуҙа ҡатнашҡандарҙы Саха (Яҡут) Республикаһының иҡтисади, мәҙәни, спорт проекттары менән Дмитрий Глушко таныштырҙы. Ул төбәктең ҡырыҫ тәбиғәт шарттары һәм иҡтисадтың үҙенсәлекле үҫеше хаҡында һөйләне.
Осрашыуҙа хеҙмәттәшлек итеү варианттары, атап әйткәндә, Яҡут Республикаһында бәләкәй гидроэлектростанциялар каскады төҙөү өсөн Башҡортостандан ҡорамалдар ташыу мөмкинлеге тикшерелде. Саха Республикаһы вице-президенты Башҡортостан базаһында гидротехник ҡоролмалар төҙөү һәм уларҙы эксплуатациялау өсөн кадрҙар әҙерләү менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ традицион милли спорт төрҙәрен һәм ике төбәктең мәҙәни бәйләнештәрен берлектә үҫтереү мөмкинлектәре лә ҡаралды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика