11:02 (UTC+5), 05 Октябрь 2011

Константин Толкачев: «XII съезд илдең артабанғы үҫеш курсын аныҡ билдәләне»

Марина Шумилова
«Берҙәм Рәсәй»ҙең XII съезы һөҙөмтәләрен 5 октябрҙә Өфөлә партияның төбәк сәйәси советы тикшерҙе.
— Әлбиттә, съезд сәйәси йылдың үҙәк ваҡиғаһы булды, - тип билдәләне төбәк сәйәси совет ултырышында уның секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – XII съезд илдең артабанғы үҫеш курсын аныҡ билдәләне, ул инновацион-инвестицион моделгә нигеҙләнгән демократик хоҡуҡи Рәсәй төҙөүгә һәм яңыртыуға йүнәлтелгән. Съезд ҡарарҙары илдең сәйәси тотороҡлоғо өсөн, уны артабан индустриялаштырыу һәм яңыртыу, Рәсәйҙең тыныс, перспективалы үҫеше өсөн барлыҡ шарттар булдыра.
Съезда ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың Рәсәй халҡы менән хупланыуы бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев.
Берҙәм рәсәйлеләрҙең төбәк сәйәси советы съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙы «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк һәм урындағы бүлексәләре эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше итеп билдәләне, шулай уҡ 20 октябргә тиклем XII съезд материалдарын тикшереү буйынса партияның урындағы сәйәси советтарының киңәйтелгән ултырыштарын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика