17:36 (UTC+5), 04 Октября 2011

Күмертауҙа «Берҙәм Рәсәй» көнө үтте

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин етәкселегендәге «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе делегацияһы Күмертауҙа «Берҙәм Рәсәй» көнөндә ҡатнашты. Был сара меңләгән күмертаулылар ҡатнашҡан «Сәләмәтлек аҙналығы»на йомғаҡ яһау көнө менән тап килде. «Сәләмәтлек аҙналығы» сиктәрендә ҡалала бер нисә спорт сараһы – дөйөм ҡала күләмендәге иртәнге зарядка, волейбол буйынса ҡала кубогы, өҫтәл теннисы буйынса шәхси беренселек, шашкалар буйынса блиц-турнир үтте.
Ҡаланың Чемпиондар парадында Күмертауҙың данлыҡлы спортсыларын наградлау тантанаһы үтте. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының маҡтау грамоталарын, «Рәсәйҙең спорт мастеры» исемдәрен, «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физкультура һәм спорт хеҙмәткәре» почет билдәләрен уларға БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин тапшырҙы. Ҡала округы хакимиәте башлығы Борис Беляев иһә спортсыларға Күмертау хакимиәтенең Почет грамоталарын, шулай уҡ ҡалалағы спорт сараларында әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.
«Берҙәм Рәсәй» көнөндә Күмертауҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексына нигеҙ ташы һалыу тантанаһы үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонинға һәм Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляевҡа яңы спорт объекты төҙөлөшөн башлауҙы символлаштырыусы ҡаҙаҡты ҡағыу хоҡуғы бирелде. Шулай уҡ был көндө ҡалалағы ихаталарҙың береһендә хоккей майҙансығы асылды.
«Берҙәм Рәсәй» көнө сиктәрендә йәнә Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған байрам концерты үтте; «Брейн-ринг» интеллектуаль уйын клубының көҙгө миҙгеленә старт бирелде; Тыныслыҡ майҙанында ҡалалағы хоҡуҡ һаҡлау йүнәлешендәге мәктәптәрҙең, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм кадет кластарының «Ватанға хеҙмәт итәм!» тип аталған парады үтте. Көн дауамында ҡала халҡы универсаль йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙары, үҫентеләр һәм хужалыҡ тауарҙары һатып ала алды.
«Берҙәм Рәсәй» делегацияһы педагог-мәғрифәтсе Мөхәммәт Исҡужин исемен йөрөткән урамдың байрамында ла булды. Байрам сиктәрендә бында «Оҫта ҡулдар», «Асфальтҡа һүрәт төшөрөү», «Теләктәр ағасы» кеүек ижади оҫтаханалар һәм күңел асыу майҙансыҡтары эшләне, биҙәү-ҡулланма һәм техник сәнғәт күргәҙмәләре һәм «Уңыш – 2011» күргәҙмәһе ойошторолдо.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһе делегацияһы һуңынан партияның урындағы сәйәси советы ултырышында ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика