11:18 (UTC+5), 04 Октября 2011

Башҡортостан Президенты IV төрки телле илдәр социологтары конгресында ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәрҙе

Людмила Терновая
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә үткән «Евразия киңлеге: XXI быуатта төрки телле илдәрҙең һәм Рәсәй төбәктәренең цивилизация ҡеүәте» IV төрки телле илдәр социологтары конгресында ҡатнашыусыларға сәләмләү хаты ебәрҙе. Уны Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина уҡып ишеттерҙе.
«Бөгөнгө йәмғиәт тормошонда социология фәненең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ, - тиелә сәләмләү хатында. – Социология беҙгә социаль хәлде, яңы процестарҙы һәм һулыштарҙы тәрәндән аңлап белергә ярҙам итә. Социологик тикшеренеүҙәр донъяға мәҙәни перспективалар төрлөлөгөнә һәм күплелегенә кеүек ҡарарға мөмкинлек бирә. Һәм был төрлө төркөмдәрҙең бер-береһенә ҡарата ялған инаныуҙарынан ҡотолорға ярҙам итә. Конгресс барышында социология теориһының көнүҙәк мәсьәләләре буйынса ҡыҙыҡлы һәм файҙалы дискуссиялар үтер, тип ышанам. Фән үҫешенә улар ҙур өлөш индерәсәк һәм төрлө ил социологтары араһында фәнни һәм дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Ысын күңелдән һеҙгә уңышлы эш, яңы идеялар һәм ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүегеҙҙе теләйем».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика