Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Сентябрь 2011, 12:44

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Владимир Путиндың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте. Республика башлығына Өфө, Мәләүез, Салауат һәм Сибай ҡалаларынан мөһим, көн ҡаҙағына һуҡҡан һорауҙар менән туғыҙ кеше мөрәжәғәт итте. Затон баҙарын һаҡлап ҡалыу һәм уның урынлашыуы, Сибайҙа балалар сәнғәт мәктәбенең яңы бинаһын һәм Мәләүездә спорт комплексы төҙөү, Өфөнөң Калинин районында Максимовка ауылын төҙөкләндереү, Ишембай районында балыҡсылыҡ хужалығын үҫтереү – осрашыу барышында ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡуҙғатылды.
Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәзифә Ҡадырова фекеренсә, Башҡортостанда мотоспорт 2000 йылда төҙөлгән Ғ.Ҡадиров исемендәге клуб нигеҙендә үҫешергә тейеш. Әлеге клуб һәм Ғ.Ҡадиров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәгенең бер юлы эшләп килеүе, уның уйлауынса, көстәрҙе һәм средстволарҙы артығы менән сарыф итеүгә килтерә. Билдәле мотоуҙышсының ҡатыны республика Президентына Өфөнөң «Төҙөүсе» стадионын төбәктә йәш мотоуҙышсылар әҙерләүҙә төп үҙәк итеү һәм уға Ғабдрахман Ҡадиров исемен биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ стадион алдында Ғ.Ҡадировҡа һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.
Фәниҙә Швецова Рөстәм Хәмитовҡа Өфөләге уникаль Непейцев паркын тергеҙеүҙе яҡлап сығыш яһаған инициативалы төркөм һорауы буйынса мөрәжәғәт итте.
— Элек ул тәбиғәт оазисы булған, унда 100 төрҙән ашыу һирәк осрай торған ағас үҫкән, - тине Фәниҙә Швецова. – Йыл һайын паркты таҙартыу буйынса өмәләр үткәреүгә ҡарамаҫтан, бөгөн уның хәле бик мөшкөл. Был парктың берҙәм дирекцияһы юҡлығына бәйле.
Шул уҡ ваҡытта, Фәниҙә Швецова һүҙҙәре буйынса, 2010 йылға паркты тергеҙеү буйынса уны таҙартыу ғына түгел, ә матур һуҡмаҡтар булдырыуҙы ла күҙ уңында тотҡан саралар планы ла бар.
— Өфө - уникаль ҡала, бында граждандар өсөн ял зоналары ойошторорлоҡ күпме матур урын бар, әммә улар ҡот осҡос хәлдә, - тип билдәләне республика Президенты. – Ҡала властарының быға иғтибар итмәүе асыуландыра.
Рөстәм Хәмитов инициативалы төркөм мөрәжәғәтен Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаевҡа йүнәлтергә ҡушты һәм уны контролгә алды.
Өфөнөң Калинин районындағы Максимовка ҡасабаһында йәшәүсе ҡатын тораҡты төҙөкләндереүгә бәйле бер нисә мәсьәлә ҡуҙғатты. 10 меңгә яҡын кеше йәшәгән ауыл халҡын төҙөк юлдарҙың, урамдарҙа яҡтылыҡтың булмауы, шулай уҡ урындағы ауыл хужалығы продукцияһы баҙары булмауы, йәмәғәт транспорты етмәүе борсой. Был мәсьәләләр буйынса урындағы властарға бына инде ике тиҫтә дауамында мөрәжәғәт итеү һөҙөмтәләр бирмәгән. Башҡортостан Президентына шуға күрә мөрәжәғәт иткәндәр ҙә инде.
Республика башлығы тейешле күрһәтмәләр бирҙе һәм Максимовка халҡына уларҙың үтәлеше тураһында хәбәр итеп торорға - уның блогына йәки электрон почтаһына яҙырға кәңәш итте.
Билдәле композитор Салауат Низаметдинов Рөстәм Хәмитовҡа студия булдырыуҙа күрһәткән ярҙамы, республиканың мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибар бүлеүе өсөн рәхмәт әйтергә килде.
— Был беҙҙең эшебеҙ, - тине республика башлығы. – Халыҡтың – властан, ә властың халыҡтан йыраҡ булыуы бөгөн төп проблема булып тора.
Башҡортостан Президентының Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа ҡалаларында ла граждандарҙы ҡабул итеүе был аралыҡты ҡыҫҡартыуҙа мөһим бер сара булып тора.
Автор:Марина Шумилова | фото: Рәиф Баҙыҡов
Читайте нас: