12:22 (UTC+5), 30 Сентября 2011

Евгений Карепанов: «Бөгөн иң мөһиме – милләт-ара татыулыҡ һәм үҙ-ара килешеп йәшәү традицияларын үҫеп килгән быуынға еткереү»

Марина Шумилова
— Бөгөн беҙҙең өсөн бик мөһим сара – Башҡортостан рустарының икенсе конгресы үтә, - тип билдәләне конгресс делегаты, Белорет районы советы рәйесе Евгений Карепанов. – Тәүге конгресты 1998 йылда үткәрҙек, унда мин дә ҡатнаштым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа илдәге милләт-ара мөнәсәбәттәр ыңғай яҡҡа үҙгәрмәне. Мин интернациональ ауылда тыуып үҫтем. Беҙҙең яҡтарҙа 20-се быуат башында тимер юлы төҙөлгән, һәм шуға күрә төрлө яҡтарҙан кешеләр күсеп килгән. Беҙ һәр ваҡыт бер ғаилә булып, айырымланмай йәшәнек, һәм был беҙҙең өсөн тәбиғи булды. Ә бөгөн беҙ толерантлыҡ хаҡында йышыраҡ һөйләйбеҙ... Тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәү зарурлығы конгреста төп фекер булып торорға тейеш. Бына бөгөн беҙҙә рустар конгресы үтә, әммә бында бик күп милләт вәкилдәре лә ҡатнаша, сөнки республикала 130-ҙан ашыу милләт йәшәй. Бөгөн иң мөһиме - милләт-ара татыулыҡ һәм үҙ-ара килешеп йәшәү традицияларын үҫеп килгән быуынға еткереү. Илдең киләсәге лә күпселек йәһәттән шунан тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика