09:45 (UTC+5), 30 Сентября 2011

Баш ҡалала Башҡортостан урыҫтарының икенсе конгресы асылды

Марина Шумилова
30 сентябрҙә Өфөлә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика урыҫтарының икенсе конгресы үтә. Унда төбәктең муниципаль райондары һәм ҡала округтарынан 300 делегат, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власты органдары, Бөтә донъя урыҫтары халыҡ соборы, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды, РФ Яҙыусылар союзы вәкилдәре ҡатнаша. Форум эшендә шулай уҡ Башҡортостан урыҫтарының икенсе конгресы ойоштороу комитеты рәйесе, республика парламенты спикеры Константин Толкачев ҡатнаша.
— Беҙ бында төбәгебеҙҙең 130-ҙан ашыу халҡы араһындағы дуҫлыҡты һәм берҙәмлекте нығытыу, урыҫ халҡының милли мәҙәниәтен һәм йолаларын үҫтереү буйынса киләһе аҙымдарҙы тикшереү өсөн йыйылдыҡ, - тине Башҡортостан урыҫтары Соборының Башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов.
Конгресс делегаттары Башҡортостан урыҫтары Соборының Башҡарма комитеты эшенә йомғаҡ яһаясаҡ, йәмәғәт ойошмаһы Уставына төҙәтмәләр индерәсәк. Форумда рус теле һәм мәҙәниәтенең торошона, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, әхлаҡи мәсьәләләргә ҡағылышлы көнүҙәк һорауҙар тикшереләсәк. Фекер алышыу һөҙөмтәләре конгресс резолюцияһында теркәләсәк.
Форум айҡанлы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы йортонда күп төрлө күргәҙмәләр ойошторолдо. Конгресс тамамланғас, делегаттар һәм ҡатнашыусылар С.Т.Аксаков һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ һәм XXI халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк Аксаков кисәһендә ҡатнашасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика