04:38 (UTC+5), 30 Сентябрь 2011

2012 йылда Башҡортостанда Болгария көндәре үтәсәк

Тимур Рәхмәтуллин
2012 йылдың апрелендә Башҡортостанда – Болгария көндәре, ә шул уҡ йылдың сентябрендә Болгарияла Башҡортостан көндәре үтәсәк, тип иғлан итте кисә Рәсәй һәм БДБ халыҡтары дуҫлығы федерацияһының һәм «Славяндар» фондының рәйесе профессор Захари Захариев.
— Беҙ ил етәкселеге менән 2012 йылдың апрелендә Башҡортостанда Болгария көндәрен үткәреү хаҡында һөйләшеп килештек, - тине ул. – Сентябрь аҙағында Болгарияла Башҡортостан көндәре үтәсәк.
Был саралар Рус-төрөк һуғышында Болгарияның Рәсәй империяһы менән азат ителеүенә 135 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.
— Киләһе йыл Рәсәйҙә Болгария рухлылығы йылы тип иғлан ителде, - тип билдәләне Захари Захариев. – Беҙҙә Болгарияла Рәсәй рухлылығы йылы үтте инде. Быларҙың барыһы ла дөйөм алғанда Рәсәй менән һәм, әлбиттә, Башҡортостан менән дуҫлыҡты нығытыу мөмкинлеген бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика