16:16 (UTC+5), 29 Сентября 2011

Өфөлә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе тикшереләсәк

4 октябрҙә Өфөнөң «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә «Милләт-ара һәм конфессия-ара гармония – барлыҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының үҫеш нигеҙе» семинары үтәсәк. Сараны ойоштороусылар – Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты һәм Мәскәү дәүләт лингвистика университеты.
Семинарҙа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, мосолман ойошмалары, Рус православие сиркәүе, йәһүдтәр ойошмаһы, йәмәғәт берекмәләре, дәүләт органдары вәкилдәре, ғалимдар һәм эксперттар ҡатнашасаҡ.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, семинар барышында ҡатнашыусылар төрлө темаларҙы тикшерәсәк. Улар араһында - «Рәсәй Хөкүмәтенең яңы башланғыстары күҙлегенән сығып дин-ара һәм милләт-ара диалог», «Рәсәй төбәктәрендә дин-ара хеҙмәттәшлек – практик аспект», «Мосолман һәм православие руханиҙарының йәштәрҙең радикализм йәтмәһенә эләгеүенә ҡаршы тороуы».
Сара 10 сәғәттә башланасаҡ.
Семинар тамамланғандан һуң, 15 сәғәттә матбуғат конференцияһы үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика