09:10 (UTC+5), 29 Сентября 2011

Баймаҡта Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты пленумы үтте

Тимур Рәхмәтуллин
Баймаҡта Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының күсмә пленумы үтте. Унда республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, уның урынбаҫарҙары, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Баймаҡ районы хакимиәте вәкилдәре, Башҡортостан мосолман руханиҙары ҡатнашты.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп Бибарсов хәбәр итеүенсә, пленум һөҙөмтәле үтте. Ҡаралған һорауҙар араһында, уның фекеренсә, яңыраҡ Баймаҡ мәсетендә булған конфликт һәм унан һуң хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан күрелгән саралар көнүҙәк тема булып торҙо. Башҡортостандың мосолман руханиҙары оппозиционерҙарҙың хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлегенә ҡырҡа ҡаршы.
Пленум барышында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Урал аръяғы вәкиллегенә яңы етәксе һайланды. Был вазифаға Сибай ҡала округы Төйәләҫ ауылы мәсетенең имам-хатибы Ислам Исламбаев тәғәйенләнде. Баймаҡ ҡалаһындағы мәсет етәксеһе итеп Сибайҙың Алтын ҡасабаһы мәсете имам-хатибы Баймөхәмәт Ғиззәтуллин тәғәйенләнде.
Форум аҙағында пленумда ҡатнашыусылар урындағы мосолмандар менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика