Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
0
91.12
0
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Сентябрь 2011, 15:33

Рөстәм Хәмитов «Эхо Москвы» радиостанцияһына РФ Юғары судының мосолман байрамдары хаҡындағы ҡарарына комментарий бирҙе

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Эхо Москвы» радиостанцияһына интервью бирҙе, унда ул мосолмандарҙың Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын федераль кимәлдә ял көндәре тип иғлан итеү инициативаһын дәлилләне һәм Рәсәй Юғары судының ҡарарына комментарий бирҙе. Юғары суд үҙ сиратында Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын ял көндәре тип иғлан итеү тураһындағы республика законы положениеларын федераль ҡануниәткә тап килмәй һәм көсөнән сыҡҡан тип танығайны.
«Был ҡарар ғәҙел түгел, һәм ул мосолмандарҙың хоҡуҡтарын боҙа, тип иҫәпләйем, - тип билдәләне интервьюла республика башлығы. – Беҙ республика Дәүләт Йыйылышы исеменән РФ Юғары судына ялыу менән мөрәжәғәт иттек. РФ Юғары судының 31 авгусындағы административ эштәр буйынса суд коллегияһы ҡарарын ғәмәлгә ашырмауҙарын һорайбыҙ. Шулай итеп, беҙҙең законды бөтөрөү буйынса РФ Юғары суды ҡарары әле көсөнә инмәгән. Ул туҡтатылыр, был эш надзор инстанцияһында, атап әйткәндә РФ Юғары суды президиумында өҫтәмә рәүештә йәнә тикшерелер, һәм беҙ еңеп сығырбыҙ, тип ышанам. Был беҙҙең беренсе аҙымыбыҙ.
Икенсе аҙым. Беҙ Башҡортостан Республикаһынан депутаттарҙы ғәмәлдәге РФ Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереү үтенесе менән Дәүләт Думаһына закон сығарыу инициативаһы менән сығыуҙарын һораныҡ. Һәм унда РФ субъекттары конфессиональ байрамдарҙы ял көндәре тип иғлан итеү ҡарарын үҙаллы ҡабул итә ала, тигән позицияны билдәләргә. Был позиция Намыҫ азатлығы һәм дини ойошмалар тураһындағы законда билдәләнгән инде. Дәүләт Думаһында был ғариза ла ҡабул ителде. Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индереләсәк, тип ышанам. Бының менән конфликт тамамланыр, тип уйлайым».
Рөстәм Хәмитов, был мөрәжәғәттәр һөҙөмтәһеҙ була ҡалһа, республика етәкселегенең артабан ниндәй саралар күрәсәген дә билдәләп үтте. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Президенты РФ Юғары судының ялыуҙы ыңғай һәм дөрөҫ хәл итәсәгенә ышанысын белдерҙе.
«Суд инстанциялары, әлбиттә, килеп тыуған хәлде ентекләберәк тикшерергә, РФ Юғары суды ултырышына Башҡортостан Республикаһы вәкилдәрен дә саҡырырға тейеш ине, әммә был эшләнмәне. Бындай ентекле тикшереү булһа, беҙ хаҡлы булыуыбыҙҙы иҫбатлар инек», - тине Рөстәм Хәмитов.
Интервьюның тулы тексын http://echo.msk.ru/programs/beseda/815380-echo/#element-text һылтанмаһы буйынса уҡығыҙ.
Автор:«Башинформ»
Читайте нас: