Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.59
-0.73
92.81
-0.05
62.43
+0.05
-28 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Сентябрь 2011, 19:15

Башҡортостанда йыл эсендә эшһеҙлек кимәле кәмегән

Башҡортостанда йыл эсендә эшһеҙлек кимәле кәмегән, тип хәбәр итте бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Фидус Ямалтдинов, социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссия ултырышында сығыш яһап.
— Дөйөм һәм теркәлгән эшһеҙлек кимәле тотороҡло булып ҡала, - тип билдәләне ул. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 6,9 процент тәшкил итә, ә уҙған йылдың ошо уҡ осорона 8,8 процент тура килә. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,6 процентҡа тиклем кәмегән.
Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, беҙҙең республикала, дөйөм Рәсәйҙәге менән сағыштырмаса, әлеге кәмеү процесы йылдамыраҡ бара.
Автор: Тимур Рәхмәтуллин
Читайте нас