Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Сентябрь 2011, 14:08

Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының VI медиафорумы асылды

Йәкшәмбе, 25 сентябрҙә, Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының VI дөйөм Рәсәй медиафорумы асылды.
Унда ҡатнашыу өсөн төбәк һәм федераль киң мәғлүмәт сараларының меңдән ашыу журналисы аккредитация үтте.
Башҡортостан исеменән форумда республиканың алдынғы баҫмаларынан һигеҙ хәбәрсе сығыш яһай: «Башкортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы (БЮТ каналы), «Спутник ФМ» радиоһы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, «Республика Башкортостан» һәм «Единая Россия. Башкортостан» гәзиттәре.
Сарала киң мәғлүмәт сараларының көнүҙәк мәсьәләләре һәм илдә журналистиканы үҫтереү перспективалары тикшерелә.
Кремль хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкин, уның беренсе урынбаҫары Владислав Сурков, Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьерҙары Игорь Шувалов һәм Виктор Зубков, вице-премьерҙар Александр Жуков һәм Дмитрий Козак, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Вячеслав Володин, Хөкүмәт рәйесенең матбуғат секретары Дмитрий Песков, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Сергей Шойгу, илдең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Юрий Трутнев, билдәле сәйәсмәндәр, депутаттар, йәмәғәтселек вәкилдәре, ғалимдар фекер алышыуҙа ҡатнаша.
Рәсәйҙең абруйлы сәйәсмәндәре фекеренсә, медиафорумдар – киң мәғлүмәт сараларын бер майҙансыҡта туплау мөмкинлеген биргән һөҙөмтәле система.
Шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа бер партияһының да киң мәғлүмәт саралары менән бындай форматта осрашыуҙар үткәрмәүе лә телгә алына.
Автор:Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: