17:55 (UTC+5), 23 Сентября 2011

Рөстәм Хәмитов СИБУР компанияһы етәкселеге менән осрашты

«Башинформ»
23 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «СИБУР Холдинг» компанияһының директорҙар советы рәйесе Леонид Михельсон һәм «СИБУР» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дмитрий Конов менән осрашты. Осрашыу барышында республика Хөкүмәте һәм «СИБУР» араһында социаль-иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «СИБУР Холдинг» менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү республика өсөн бөгөнгө ғәмәли эшмәкәрлектә ҙур әһәмиәткә эйә, тине.
— Беҙ республикаға эре стратегик партнерҙарҙы йәлеп итеү варианттары өҫтөндә эшләйбеҙ. Улар менән республиканың нефть һәм газ химияһы сәнәғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән оҙайлы сроклы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалып булыр ине. Бөгөн килешеүгә ҡул ҡуйыу – был йүнәлештәге йәнә бер мөһим аҙым, - тине республика башлығы.
Леонид Михельсон үҙ сиратында «СИБУР»ҙа буласаҡ нефть химияһы производстволары өсөн сеймал базаһын үҫтереү буйынса ҙур эш алып барылыуы хаҡында әйтте.
— Башҡортостан һәр ваҡыт нефть химияһы үҫешкән республика булды. Бында беҙҙең активтар ҙа бар. Беҙ уларҙы сеймал базаһы менән нығытасаҡбыҙ һәм республиканың әле булған һәм яңы производстволарын мотлаҡ үҫтерәсәкбеҙ. Республика етәкселеге тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелеүе беҙҙе ҡыуандыра, - тине Леонид Михельсон.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика