Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Сентябрь 2011, 11:30

Башҡортостан делегацияһы Ҡазанда Универсиада Ауылында булды

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Татарстанға визитын дауам итә. Кисә көндөң икенсе яртыһында делегация Ҡазанда Универсиада Ауылында булды.
Универсиада үткәреү өсөн ҡаласыҡ төҙөү ҡарары 2009 йылда ҡабул ителгән, ә 2010 йылдың авгусында бында тәүге 1142 студент килгән. Ауыл тип йөрөтһәләр ҙә, бөгөнгө көнгә бында тотош бер ҡаласыҡ ҡалҡып сыҡҡан. 20 биш ҡатлы йортта, уңайлы бүлмәләрҙә донъяның 42 иленән биш меңдән ашыу студент йәшәй.
Универсиада Ауылының үҙенең мэры бар – Фәрит Абдулғәниев. Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарға ул Ауылда прокатҡа биреү пункты, дарыухана, хеҙмәтләндереү үҙәге булыуы, студенттарҙың барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителеүе хаҡында һөйләне. Донъяның 170 иленән 2013 йылда үтәсәк Универсиада студенттарын ҡабул итеү өсөн бында йәнә һигеҙ йорт төҙөлә. Студенттарҙың спорт уйындары башланыуға теүәл 650 көн ҡалған. Ауылды төҙөгәндә бындай кимәлдә алда Барселонала, Белградта үткәрелгән ярыштар тәжрибәһе лә иҫәпкә алынған.
Универсиада Ауылында Башҡортостандан да студенттар йәшәй. Шулай итеп, Ҡазан (Волга буйы) федераль университетында педагогика һәм психология факультетының өсөнсө курсында Айгөл Дәүләтова уҡый. Сығышы менән ул Башҡортостандың Краснокама районынан, Нефтекама педагогия училищеһын бишле билдәләренә генә тамамлаған, Ҡазан (Волга буйы) федераль университетында ла «ҡыҙыл дипломға» бара. Дөйөм ятаҡта йәшәү шарттары менән Айгөл бик ҡәнәғәт.
Рөстәм Хәмитовҡа һәм Башҡортостан делегацияһы ағзаларына 45 мең тамашасыға иҫәпләнгән футбол майҙаны макетын күрһәттеләр. Универсиада үткәреү өсөн Ҡазанда йәмғеһе 36 эре объект төҙөү планлаштырыла, уларҙың күпселек өлөшө сафҡа индерелгән. Футбол майҙанын киләһе йылға төҙөп бөтөргә ниәтләйҙәр. Универсиада тамамланғандан һуң, барлыҡ спорт объекттары Ҡазан (Волга буйы) федераль университетына һәм Волга буйы дәүләт физик культура, спорт һәм туризм академияһына тапшырыласаҡ.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Татарстан башлығы Рөстәм Миңнеханов менән дөйөм ятаҡта йәшәгән студенттарҙың стандарт бүлмәләрен, уҡытыу бүлмәләрен, видеозалды ҡараны, яҡташы, Краснокама районы студенты Айгөл Дәүләтова менән аралашты. Рөстәм Хәмитов бында нисә студен йәшәйәсәге хаҡында ҡыҙыҡһынды. Ауылда 13 мең студент буласаҡ, тинеләр уға. Бынан алда Ҡытайҙа үткән Универсиадала уларҙың Ауылында 11 мең студент йәшәгән.
Ҡазанда студенттар Универсиадаһында спорт төрҙәре буйынса ла рекорд ҡуйырға уйлайҙар. Ҡытайҙа улар 24 булһа, Ҡазанда студенттар 27 төр буйынса көс һынашасаҡ.
Ауылды ҡарап бөткәндән һуң, Рөстәм Хәмитов Почетлы ҡунаҡтар китабында яҙыу ҡалдырҙы. Мэр Фәрит Абдулғәниев Башҡортостан Президентына иҫтәлекле бүләк – Универсиада Ауылын төҙөү тарихы тураһында брошюра тапшырҙы.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Татарстан Президенты менән Универсиаданың йәнә бер нисә спорт объекттары - «Буревестник» бассейнында һәм Теннис академияһында булды.
Автор:Ғәлиә Нәбиева, Алик Шакиров
Читайте нас: