12:33 (UTC+5), 21 Сентябрь 2011

Республиканың ҡалалар төҙөлөшө пландарын интернетта ҡарап буласаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүтов бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар алдында сығыш яһап, «Башҡортостан Республикаһында ҡалалар төҙөлөшө эшмәкәрлеген көйләү тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проектын тәҡдим итте.
Хәлит Мәхмүтов аңлатыуынса, төҙәтмәләр территориаль планлаштырыуға ҡағыла. Власть органдары ҡала төҙөлөшөн территориаль планлаштырыу документтары проекттары һәм бындай проекттарҙы дәлилләү буйынса материалдар менән интернет селтәре аша танышыу мөмкинлеген булдырырға тейеш.
— Ҡала төҙөлөшөн проектлауҙың республика нормативтары проекты Башҡортостан Республикаһының рәсми сайтында уларҙы раҫлағанға тиклем кәм тигәндә ике ай алдан урынлаштырылырға тейеш, тип ҡарала закон проектында, - тине ул. – Ҡала төҙөлөшөн проектлауҙың республика нормативтары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән раҫлана, республика биләмәһендә урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙең урындағы үҙидаралыҡ органдары тәҡдимдәре лә иҫәпкә алына.
Закон проектына ярашлы, айырым һәм юридик кешеләргә үҙ аҡсаһы иҫәбенә территорияны планлаштырыу буйынса документтар әҙерләү хоҡуғы ла бирелә.
БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика