10:57 (UTC+5), 19 Сентября 2011

Рөстәм Хәмитов: «Биш йыл эсендә беҙ республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондына тулыһынса ремонт эшләргә ниәтләйбеҙ»

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан үҙенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондына өс, күп тигәндә биш йыл эсендә тулыһынса ремонт эшләргә ниәтләй. Был хаҡта «Сочи-2011» X Халыҡ-ара инвестиция форумы барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Форум сиктәрендә ҡул ҡуйылған Башҡортостан, Сбербанк һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды араһындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында өс яҡлы килешеү был ҡыҫҡа сроктарҙа ремонт үткәреү мөмкинлеген бирә.
— Торлаҡ-коммуналь фондына реконструкция үткәреү буйынса ҡуйылған бурысыбыҙ ғәйәт ҙур, - тине Рөстәм Хәмитов. – Ул 25-30 миллиард һум самаһы аҡса талап итә. Республика бындай аҡсаларҙы бер юлы ғына бүлә алмай. Шуға күрә Сбербанктан кредит аласаҡбыҙ. Бының өсөн торлаҡҡа ремонт үткәреү өсөн йүнәлтелгән аҡсаларҙы ҡулланасаҡбыҙ. Был ресурстарға идара итеү өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә компания-оператор булдырасаҡбыҙ. Фонд һәм Сбербанк менән бергә бындай эште башҡара алырбыҙ. Биш йыл эсендә республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондына тулыһынса ремонт эшләү беҙҙең бурыс булып тора.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Башҡортостандың бындай һынау эшен башлаусы Рәсәйҙең дүрт төбәге иҫәбенә инеүен билдәләп үтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика