12:24 (UTC+5), 19 Сентября 2011

Рөстәм Хәмитов «Бөрө алмаһы» фестивалендә ҡатнашты

Марина Шумилова | фото: Александр Данилов
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрөлә «Берҙәм Рәсәй» көнөндә һәм Ҡала көнөндә ҡатнашты. Республика башлығы «Бөрө алмаһы» бишенсе төбәк-ара фестивален асты.
— Боронғо Бөрөлә булыуыма бик шатмын. Бында көн дә матур, байрам да күркәм, кәйефтәр ҙә шәп, - тип билдәләне Президент, Октябрь майҙанында йыйылған Бөрө халҡына һәм фестивалгә килгән ҡунаҡтарға мөржәғәт итеп. – Бөрө беҙҙең өсөн бик мөһим ҡала. Ике йылдан ул үҙенең 350 йыллығын билдәләйәсәк. Бында мотлаҡ матур объекттар төҙөләсәк, яңы эш урындары булдырыласаҡ. Беҙгә динамика кәрәк. Һәм был йәһәттән беҙ яйлап эш башланыҡ та инде. Бөгөн иҡтисади башланғыстар форумында ҡала үҫешенә бәйле бер нисә проект та тикшерәсәкбеҙ. Бөрө халҡы яҡшы йәшәһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Ҡаланың киләсәге – матур.
Фестиваль сиктәрендә Бөрөлә байрам йәрминкәһе үткәрелде, «Оҫталар урамы» ойошторолдо. Сәнәғәт предприятиеларының һәм ҡала, район эшҡыуарҙарының продукцияһы, стендтары, уҡыу йорттары экспозициялары тәҡдим ителде.
Ҡала мәҙәниәт һарайынан алып Бөрөнөң Октябрь майҙанына тиклем күңелле йәрминкә булып үткән карнавалса тантаналы йөрөш фестиваль кульминацияһы булды. Программа сиктәрендә «Ранеточка» балалар фестивале, ҙур матур концерт үтте. Байрам барышында Октябрь майҙанында уйын һәм спорт майҙансыҡтары эшләне.
Фестиваль алдынан партияның төбәк башҡарма комитеты еткәсеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Әнүәр Мәхмүтов составындағы «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе делегацияһы Бөрө социаль-педагогия академияһы студенттары, шулай уҡ Бөрөләге берҙәм рәсәйлеләрҙең партия активы менән осрашты.
Байрам фейерверк һәм йәштәр дискотекаһы менән тамамланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика