04:53 (UTC+5), 16 Сентября 2011

Башҡортостанда партия вәкилдәре «бысраҡ» сәйәси технологияларға юл ҡуймаҫҡа һөйләште

Тимур Рәхмәтуллин
«Сәйәси реклама: ғәҙел диалогмы әллә ҡағиҙәләрһеҙ уйынмы?» - ошо исем аҫтында 15 сентябрҙә Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Уны ойоштороусылар булып «Гражданлыҡ линияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы һәм «Интеграция мәсьәләләре Европа-Азия академияһы» йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.
Сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре, йәмәғәт берекмәләре, коммерцияға ҡараған ойошма вәкилдәре, сәйәси технологтар һәм киң коммуникациялар өлкәһендәге эксперттар әлеге сарала әүҙем ҡатнашты.
Медиа-эксперт һәм түңәрәк өҫтәл координаторы Дмитрий Трапезников билдәләүенсә, сәйәси реклама Дәүләт Думаһына һайлауҙар алдынан көнүҙәк һәм мөһим тема булып тора. Сәйәси рекламаны һәм агитацияны анализлау киләһене күрһәтте: бында йыш ҡына әхлаҡи яҡтан әҙәпһеҙ сәйәси пиар-технологиялар ҡулланыла. Аныҡ миҫалдарҙа беҙҙең илдә лә, сит илдәрҙә лә «бысраҡ» сәйәси технологияларҙы ҡулланыу алымдары тикшерелде.
— Негатив реклама, ҡара пиар ҡулланмайынса ла һайлауҙарҙа еңеп була, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы уҡытыусыһы, түңәрәк өҫтәл координаторы Елена Генерозова. - Әммә көрәш ғәҙел булһын өсөн бергәләп ҡағиҙәләр булдырыу һәм уларҙы үтәү зарур.
Ҡыҙыу фекер алышыуҙан һуң, ултырышта ҡатнашыусылар партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары тарафынан үтәлергә тейеш тәҡдимдәр булдырҙы. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа халыҡты алдауға йүнәлтелгән технологияларҙы ҡулланмаҫҡа һөйләште.
Шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар закон сығарыусыларға «Сәйәси реклама тураһында»ғы закон булдырырға тәҡдим итте. Ул тыйылған партияларҙы, йәмғиәт өсөн хәүефле булған һәм уға зыян килтергән сәйәси акцияларҙы рекламалауға юл ҡуймаҫ ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика