17:03 (UTC+5), 14 Сентябрь 2011

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда праймериз һөҙөмтәләренә юғары баһа бирҙе

Марина Шумилова
14 сентябрҙә берҙәм рәсәйлеләрҙең республика конференцияһында сығыш яһап, республика Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда праймериз һөҙөмтәләренә юғары баһа бирҙе.
— «Берҙәм Рәсәй»ҙең һайлау исемлегенә кандидаттар һайлап алыу киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында ойошторолдо, - тине республика башлығы. - «Берҙәм Рәсәй» партияһы ярҙамында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына үҙҙәренең кандидаттары – бығаса партия тормошонда ҡатнашмаған йәмәғәтселәрҙе тәҡдим итергә мөмкинселек тыуҙы. Барлыҡ теләүселәр ҙә үҙҙәренең көсөн һынай алды, трибунанан идеяларын яңғыратты. Яңы, ғәҙәти фекерләмәгән күп сәйәсмәндәрҙе күрҙек. Әлбиттә, уларҙы был кампания сиктәрендә генә кәрәкле, тип иҫәпләргә ярамай, яңы сәйәсмәндәрҙе урындағы власть органдарына һәм республика парламентына һайлауҙар көтә.
Рөстәм Хәмитов һайлаусыларҙың күпселеге тәжрибәле, билдәле кешеләргә өҫтөнлөк бирҙе, тип билдәләне.
— Быға һайлаусыларыбыҙҙың билдәле бер консерватизмы ла йоғонто яһаны: улар һәр яңы һәм әле ҡулланылмаған нәмәгә тотанаҡлы мөнәсәбәттә, - тип билдәләне ул. – Ни өсөн икәнлеге аңлашыла, уларға йыш ҡына ниҙер вәғәҙә итеп, уны үтәмәгәндәр йәки әҙ үтәгәндәр. Киләһе кампанияла һайлаусылар уларҙы таныр һәм үҙҙәренең тауышын бирер, тип уйлайым. Праймериз – бер көнлөк түгел, ул – оҙайлы сроклы капиталлаштырыу.
Башҡортостан Президенты еңгән кандидаттар Дәүләт Думаһы депутаттары булғас, республиканың, уның халҡының мәнфәғәттәрен яҡлар, тигән ышанысын белдерҙе.
— Беҙҙең республикаға инвестициялар кәрәк – енәйәт менән бәйленән тыш, барлыҡ дәүләт корпорациялары, бюджет, шәхси, сит ил инвестициялары, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең депутаттарҙы республикаға яңы көстәр, инвестициялар йәлеп итерлек яҡшы закон сығарыусылар һәм республика мәнфәғәттәрен яҡлаусылар итеп күрәм. Беҙҙә ҙур пландар бар, һәм уларҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Хәҙер улар Халыҡ программаһын тикшереү сиктәрендә граждандар тарафынан индерелгән тәҡдимдәр менән йәнә тулыланды. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн күп кенә средстволар кәрәк. Дәүләт Думаһының яңы депутаттары менән берлектәге бындай эш республикаға ресурстар йәлеп итергә ярҙам итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика