04:05 (UTC+5), 08 Сентября 2011

Рөстәм Хәмитов Рәсәй-Дания дипломатик сараларында ҡатнашты

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев исеменән Дания Королеваһы Маргрете II хөрмәтенә әҙерләнгән Дәүләт ашында, шулай уҡ Ғали йәнәптәренең яуап мәжлесендә ҡатнашты, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.
Рәсәй яғынан төшкө ашта Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Борис Грызлов, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров, Рәсәйҙең Именлек советы секретары Николай Патрушев, РФ мәҙәниәт министры Александр Авдеев, РФ энергетика министры Сергей Шматко, РФ транспорт министры Игорь Левитин, Псков һәм Калиниград өлкәләре губернаторҙары Андрей Турчак һәм Николай Цуканов, РФ Президенты Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре булды.
Дания яғынан — Дания Королеваһы Маргрете II, Дания Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Том Рисдаль, король һарайының бер нисә юғары дәрәжәләге хеҙмәткәрҙәре һәм Данияның эшлекле даирәләре делегацияһы.
Саралар дауамында бик күп эшлекле осрашыуҙар үтте, энергияны һаҡсыл ҡулланыу һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге перспективалы проекттар ҡаралды. Был проекттарҙың бер нисәүһен Башҡортостанда тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, беҙҙең республикала был компания вәкилдәре танышыу визиты менән булып киткән Danfoss дат компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ бара.
«Дания предприятиелары ҙур һәм даими үҫешеүсе Рәсәй баҙарына ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай, — тине Дания Королеваһы Маргрете II. — Әлеге дәүләт визитында ҡатнашыусы дат предприятиелары иҫәбенең ғәйәт күп булыуы факты ла быны асыҡ күрһәтә».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика