07:25 (UTC+5), 06 Сентября 2011

Бөрөлә муниципаль инвестицион проекттар буйынса йәмәғәт тыңлауҙары бара

Марина Шумилова
16 муниципаль район – Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бөрө, Благовещен, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Кушнаренко, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Тәтешле, Яңауыл, шулай уҡ Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары 6 сентябрҙә Бөрөлә үҙҙәренең инвестицион проекттарын тәҡдим итә. Муниципаль проекттар буйынса йәмәғәт тыңлауҙары бында «Йәйғор» балалар ижады үҙәгендә үтә. Бөрө Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Халыҡ бюджеты» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә республикала Финанстар министрслығы һәм «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы менән иғлан ителгән муниципаль проекттарға йәмәғәт экспертизаһы конкурсының өсөнсө майҙансығына әүерелде. Муниципаль проекттар буйынса йәмәғәт тыңлауҙары бығаса Дәүләкәндә һәм Белоретта үткәрелгәйне һәм улар Өфөлә 9 сентябрҙә тамамланасаҡ.
Башҡортостан бындай проектты тормошҡа ашырыусы беренсе Рәсәй төбәге. Конкурсҡа республиканың 60-тан ашыу муниципалитеты менән әҙерләнгән 168 инвестицион проект тәҡдим ителгән. Йәмәғәт тыңлауҙарында тикшереү һөҙөмтәһендә еңеүсе тип табылған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 2012 йылда республика бюджетынан 200 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла.
Бөгөн муниципалитеттар менән тәҡдим ителгән проекттар иҫәбендә — Ҡуяштыр ауылын һәм «Танып» шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡасабаһын (Асҡын районы) һыу менән тәьмин итеүҙе ойоштороу проекттары; Наджар ауылында (Балтас районы) һыу селтәрҙәре һәм ҡоролмаларын реконструкциялау; Благовещенскиҙың «Йәштәр» биҫтәһендә инженерлыҡ инфраструктураһын төҙөү. Борай һәм Илеш райондары конкурсҡа район үҙәктәрендә – Борай һәм Үрге Йәркәй ауылдарында балалар баҡсалары төҙөлөшө проекттарын тәҡдим итә. Ҡалтасы районы Красный Холм ауылының урам-юлдар селтәрен ремонтлауҙы һәм тораҡ пункттың ял зонаһын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тотҡан проектты конкурсҡа сығара. Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылында район мәҙәниәт йортон реконструкциялау проектын әҙерләгән. Ул мәҙәниәт йортона ике ҡатлы төкәтмә эшләүҙе күҙ уңында тота. Яңы бинала никах теркәү залы һәм 100 кешелек бейеү залы урынлашасаҡ. Ә Нефтекама әле булған таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялауға мохтаж.
Бөрө районы конкурста «Башҡортостан Артегы» лагеры базаһында йыл әйләнәһенә эшләүсе халыҡ-ара белем биреү үҙәге ойоштороу буйынса проектын тәҡдим итә. Йыл дауамында лагерь нигеҙендә 12-14 смена ойоштороу күҙаллана, бында балалар һәр төрлө уҡыу программаларында ҡатнашасаҡ. Лингвистик сменалар «Башҡортостан Артегы»ның профилле йүнәлеше буласаҡ. Унда балалар телдәр өйрәнеү менән шөғөлләнәсәк.
Проекттарҙың социаль йәһәттән көнүҙәклеген «Берҙәм Рәсәй» партияһының, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтына ингән йәмәғәт ойошмаларының һәм БР Иҡтисади үҫеш министрлығының вәиклдәренән торған жюри баһалаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика