11:07 (UTC+5), 02 Сентября 2011

Рөстәм Хәмитов Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһында булды

«Башинформ» | фото: Олег Яровиков
2 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты.
Визит барышында Рөстәм Хәмитов завод музейында булды, унда ул эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре, етештерелгән продукция һәм предприятие ҡаҙаныштары менән танышты. Бынан һуң республика Президенты етештереү цехтарын һәм бүлектәрен ҡараны. Атап әйткәндә, йыйыу цехтарында Рөстәм Хәмитов самолеттар өсөн агрегаттар йыйыу буйынса тулы производство сылбыры менән танышты.
Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙә берҙән-бер булған авиация тоҡандырыу системалары өсөн юғары вольтлы слюда-ҡағыҙ конденсаторҙары етештерелгән участкала булды. Донъяла бындай производстволар ни бары өсәү – АҠШ-та, Францияла һәм Башҡортостанда. Республика Президентына эксперименттар һәм тикшеренеүҙәр үткәреү бүлеген күрһәттеләр, унда предприятие продукциһы тейәп ебәреү алдынан төрлө һынауҙар үтә. Тик улар Совет йылдарында уҡ эшләнгән ҡорамалда үткәрелә, уның ҡулланыу ваҡыты күптән сыҡҡан.
Бынан һуң Рөстәм Хәмитов Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе, унда предприятиены үҫтереү мәсьәләләре һәм перспективалары тикшерелде.
Кәңәшмәне асып, республика башлығы элекке оборона комплексы предприятиеларының бөгөн ил иҡтисады өсөн тулы ҡеүәттә эшләгән предприятие булыуын билдәләне.
– Был оборона комплексы ғына түгел, бында граждандар продкуцияһы ла етештерелә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең алда киләһе бурыс тора - был ябай булмаған комплекста ниндәй эштәр башҡарылыуын, ниндәй проблемалар булыуын асыҡлау һәм аңлау. Был комплекс предприятиеларына ярҙам итергә теләүебеҙҙе алдан уҡ билдәләп үтәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡылы бөгөн Хөкүмәт менән предприятие етәкселәре араһында яҡшы мөнәсәбәттәрҙең булмауы хаҡында һөйләйбеҙ. Шуға күрә әйҙәгеҙ бөгөн ошо хаҡта уйлашайыҡ, мәсьәләне хәл итеү, етештереү күләмдәрен арттырыу, өҫтәмә эш урындарын булдырыу, эшселәргә хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһында һөйләшәйек.
— Беҙҙең бик күп уртаҡ мөмкинлектәр бар, ошо йәһәттән беҙ, әлбиттә, күп нәмәгә өлгәшә алабыҙ. Әйҙәгеҙ артабан нимәләр һәм ниндәй йүнәлештә эшләйәсәгебеҙ хаҡында фекер алышайыҡ.
Дөйөм һандарҙы мин ҡарап сыҡтым. Уларҙың, дөйөм алғанда, беҙ кисә-кисәнән алда булған предприятиеларҙыҡына ҡарағанда яҡшыраҡ булыуын күрәм. Тик был әле башы ғына. Булған күрһәткестәр менән ҡәнәғәт ҡалыу дөрөҫ булмаҫ. Уларҙы арттырыу, эште көсәйтеү хаҡында уйлашайыҡ, - тине Рөстәм Хәмитов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика