04:00 (UTC+5), 30 Августа 2011

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы менән ҡотланы

"Башинформ"
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡын изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы башланыуы менән ҡотланы. Үҙенең ҡотлауында төбәк башлығы, «был байрамда исламдың күп быуатлыҡ йолалары, уның юғары әхлаҡи идеалдары сағылдырыла», тип билдәләне. «Ураҙа байрамы изге айҙың төп ҡанундарын – рухи таҙарыныуҙы, тыныслыҡ һөйөүҙе һәм миһырбанлылыҡты, изге эштәр ҡылыуҙы кәүҙәләндерә. Бындай ҡиммәттәр барлыҡ дин вәкилдәре өсөн дә берҙәй яҡын һәм аңлашыла, тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе булып хеҙмәт итә.
Республика мосолмандары конфессия-ара диалог төҙөүгә, дини берекмәләрҙең дәүләт власы органдары менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен киңәйтеүгә ҙур өлөш индерә. Ислам динен тотоусылар толерантлыҡ һәм башҡа диндәргә ихтирам идеяларын үҫтереүҙә, шулай уҡ дини экстремизмға, йәмғиәттә социаль афәттәрҙең таралыуына ҡаршы тороуҙа изге эштәр атҡара».
— Ураҙа байрамы барыбыҙға ла күңел тыныслығы һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс бүләк итһен, ижади хеҙмәт өсөн яңы көс-дәрт һәм илһам бирһен. Ихлас күңелдән һәр йортҡа һәм ғаиләгә йылылыҡ һәм шатлыҡ, татыулыҡ һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек кереүен теләйем! — тип билдәләне ҡотлауында республика Президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика